Башҡорт дәүләт педагогия университеты республика һәм башҡа төбәктәр мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләй. Педагогия институты булараҡ асылған вуз башлыса ауыл мәктәптәрен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү бурысын үтәй. Милли проекттар сиктәрендә башҡарылған эштәргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә , ти проректор Винер Шәйәхмәтов.
Башҡорт дәүләт педагогия институты 1967 йылда асыла, 2000 йылдан “университет” статусы ала, һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.





