Ҡануниәткә ярашлы, ул 30 кешенән торасаҡ. Ағзаларҙың өстән бер өлөшөн республика башлығы, икенсеһен Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай раҫлай.
Ҡалғандарын яңы тәғәйенләнгән палата ағзалары йәмәғәт ойошмалары кандидаттары араһынанан һайлап ҡуя. Йәмәғәт палатаһына инергә теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Кәрәкле документтар исемлеген Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында табырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте экрандағы телефон номеры аша белешергә була.
Әлфинә Килдейәрова.




