Ул 1 мең 176 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Районда быйыл 5 медицина пункты файҙаланыуға тапшырыла. Сентябрҙә Оло Әбеш ауылында эшләй башланы, тиҙҙән Степной, Әбүбәкир һәм Антингән ауылдарында асыла. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин һөйләй.
Ошондай уҡ фельдшер-акушер пункты Әбйәлил районының Елембәт ауылында ла пациенттарҙы ҡабул итә башланы. Быйыл республикала 111 акушер пункты, 3 табиб амбулаторияһы асыла.





