«Мәктәптәрҙә – спорт көрәше» проекты буйынса Күгәрсен районы Күгәрсен ауылы мәктәбендә заманса йыһазландырылған милли көрәш залы асылды. Бөгөн бында өс тиҫтәгә яҡын бала шөғөлләнә, уҡыусылар менән тәжрибәле тренер Айрат Шәрипов эшләй.
Залды асыу тантанаһында урындағы хакимиәт етәкселеге, депутаттар, хеҙмәт ветерандары ҡатнашты. Белем усағына спорт ҡорамалдары һатып алыуға ун мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Райондың почетлы гражданины Мәреүәт Айбасовтың да милли көрәште үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, уҡыусылар менән осрашыуында ул йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Гөлназ Хәйбуллина.




