Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙең эш һәм ял шарттары менән яҡындан танышты, үҙәк белгестәре менән фекер алышты.Станцияның баш табибы Аяз Камалов белдереүенсә, фельдшерҙарға һәм табиптарға ҡытлыҡ юҡ, техника паркы ла заман талаптарына яуап бирә.
Пандемия осоронда медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә төшкән көсөргәнешлек артҡан. Махсус эпидемия төркөмдәре эш башлаған. Станция коллективы Өфө һәм Өфө районы халҡынан тәүлегенә 1700 саҡырыу ҡабул итә. Аяз Камалов билдәләүенсә, ҡала үҫешенә бәйле, бигерәк тә ҙур биҫтәләр тирәләй ашығыс медицина ярҙамы подстанцияларын асыу ихтыяжы бар.
Радий Хәбиров аҡ халатлыларға күрһәтелгән һөнәри оҫталыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә артабан да иғтибар юғары буласағын билдәләне.




