Танылған музыкант, баянсы Айнур Фәтиховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Айнур Хәлит улы 1983 йылдың 22 февралендә Өфөлә тыуған. Ул бер нисә көн элек кенә Республика көнөнә арналған байрам концертында сығыш яһай. “Айнурҙың үлем хәбәренә һаман ышана алмайбыҙ”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев.

Танылған музыкант, баянсы Айнур Фәтиховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Айнур Фәтихов 5 йәшендә ҙур сәхнәлә сығыш яһай башлай. 2001 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт училищеһы эргәһендәге музыка лицейының баян класын тамамлай. Ул ҡурай, ҡумыҙ, гармун төрҙәрендә оҫта уйнай. Музыкант Башҡортостандан ситтә лә ҙур уңыш ҡаҙанды, ялҡынлы сығыштары менән тамашасы һөйөүен яуланы. “Артистың сағыу импровизация һәм башҡарыу оҫталығын һөнәрҙәштәре лә юғары баһаланы”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәли Алтынбаев.

Танылған музыкант, баянсы Айнур Фәтиховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

“Ул башҡорт һәм татар эстрадаһын тоташтырып торған күпер ине. Киң күңелле, оло йөрәкле кеше булды”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина.

Танылған музыкант, баянсы Айнур Фәтиховтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Айнур Фәтихов менән хушлашыу сараһы иртәгә иртәнге сәғәт 11-ҙә Өфөнөң Көньяҡ зыяратында үтә.