Бөгөн вице-премьер – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев район һәм ҡала башлыҡтары менән видеокәңәшмә үткәрҙе. Быйыл 2 мең 180 подъезды ремонтлау бурысы ҡуйылды. Әле 101 подъезда төҙөкләндереү бара. Ремонтты октябрь аҙағына тамамлау бурысы ҡуйылды. Подрядсы ойошмалар төҙөкләндәреү сифатына 5 йыл гарантия бирә, тип белдерелде кәңәшмәлә.





