Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһы башҡорттар күпләп йәшәгән өлкәләргә 5 меңгә яҡын китап оҙатты. Китапхана директоры Юлдаш Ураҡсин белдереүенсә, был сара Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә этник үҙенсәлектәрен һаҡларға ярҙам итә.
Рәсәй төбәктәренә оҙатылған китаптар Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сығарылған.






