Сочи ҡалаһында үткән ил беренселегендә Башҡортостан спортсыһы 90 метрлыҡ трамплиндан һикереүҙә алтын миҙал яуланы, ҙур трамплиндан икенсе һөҙөмтә күрһәтте. Эрнест Яхин Бөтә Рәсәй турнирҙарында 23-сө тапҡыр еңеүгә өлгәшә.
Алдағы көндәрҙә Эрнест Яхин ҡышҡы миҙгелгә әҙерләнеү маҡсатында Ханты-Мансыла күнекмәләр үткәрә. Саңғы ике алышы буйынса донъя кубогына ярыштар ноябрҙә башлана.





