Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәген төҙөү 1 декабргә тамамланырға тейеш

Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәген төҙөү 1 декабргә тамамланырға тейеш

Тәүге пациенттарҙы 14 декабрҙә ҡабул итә башлау көтөлә. Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров эш кәңәшмәһендә ошондай бурыс ҡуйҙы. Поект буйынса, обьектта ғәҙәти һәм реанимация бокстарынан тыш бала табыу һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, бак-лаборатория, томография зонаһы ҡаралған.

Фото №1 - Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәген төҙөү 1 декабргә тамамланырға тейеш

Бында шулай уҡ, айырым 70 бокс була, иң күбе 300 пациентҡа иҫәпләнә. Госпиталь биләмәһендә вертолет майҙансығы ла планлаштырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ