Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов вафат булды

Өфөлә 64-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Илдар Сәйетов вафат булды. Илдар Ширҡәт улы 1957 йылдың 25 ғинуарында Баҡалы районында тыуған. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт инстиутын тамамлағандан алып актерҙың ижади тормошо Башҡорт академия драма театры сәхнәһенә бәйле.

Сәхнәлә Илдар Сәйетов тиҫтәләрсә сағыу образ тыуҙыра. Һуңғы йылдарҙағы ролдәренән «Зөләйха күҙәрен аса» спектаклендәге Вольф Карлович Лейбе, «Гөлбостан»да Көҫәпҡол образдары ла тамашасы күңеленә хуш килде. Илдар Сәйетов күп кенә халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены кавалеры.

Гөлдәриә Йосопова.