Азалия Әмирова «Мәскәү һылыуҡайы» титулын яуланы

Илдең баш ҡалаһында башҡорт ҡыҙҙары араһында ойошторолған сираттағы гүзәллек бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Быйыл унда 10 һылыуҡай ҡатнашты. Конкурста улар жюри һорауҙарына яуап бирҙе, ижади һәләттәрен күрһәтте.

Тамашасылар өсөн Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары Зилиә Бәхтиева, Илнур Рамаҙанов һәм ТНТ «Танцы» проекты аша билдәлелек яулап өлгөргән Нәркәс Юлдашева сығыш яһаны. Карантинға бәйле быйыл гүзәллек бәйгеһе кисектерелеп килде. Күп кенә төбәктәрҙә ул онлайн тәртиптә үтте. «Мәскәү һалыуҡайы» бәйгеһе еңеүсеһе «Һылыуҡай» Бөтә Рәсәй гүзәллпек бәйгеһендә Мәскәү данын яҡлаясаҡ.

Рафиҡ Әхмәтшин.