«Йыл ғаиләһе»

Әбйәлил районында төшөрөлгән яңы нәфис фильмдың эш исеме шулай атала. Ул тамашасы яратып өлгөргән «Өфөнән һөйөү менән» кинокартинаһының дауамы булырға тейеш. Режиссеры Айнур Асҡаров. Сюжет афроамериканлы малайҙы уллыҡа алған ишле ғаилә тирәләй ҡоролған.

Атай, әсәй, 4 бала һәм 5 миллион һум аҡса. Фильм сюжеты буйынса айырылышыу һәм бөлгөнлөк сигенә еткән ғаилә, «Йыл ғаиләһе» конкурсында ҡатнашыу маҡсатында Өфөгә юлға сыға. Уларға һары фургонға тейәлеп юлға сыға. Баш ҡалаға тиклем 600 саҡырым юл үтеп, үҙҙәрен республикалағы иң шәп ишле ғаилә булыуҙарын иҫбатларға тура килә.

Төп ролдәрҙә Башҡортостан артистары – Алмас Әмиров, Ирина Бусыгина, Валерия Протасова, Назар Мурашов һәм Кирилл Сысоев. Ғаилә башлығы роле Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмировҡа йөкмәтелгән.

Башҡортостанды бар хозурлығын күрһәтеү өсөн тап Әбйәлил районы һайланған. Был төбәктә дала, урманлы тауҙар, күлдәр ҙә бар. Фильм режиссеры әйтеүенсә, фактура һайлау менән ҡыйынлыҡтар юҡ.

Фильм Башҡортостан хөкүмәте һәм республиканың мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса төшөрөлә. Ижади эшкә ике ай ваҡыт бирелгән. Прокатҡа яңы кинокартина киләһе йылдың тәүге яртыһында сығырға тейеш.

Рафиҡ Әхмәтшин.