Ауылдарҙа мәҙәниәт йорттары яңыра

Республика көнө һәм Хәйбулла районының 90 йыллығы айҡанлы Атингән һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында төҙөкләндерелгәндән һуң клуб асылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Атигән ауылының ижади коллективы байрамса кәйеф һәм сағыу концерт номерҙары менән ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала. Үҙешмәкәр йырсылар бер аҙ тынлыҡтан һуң йәнә сығыш яһай. Был аңлашыла, сөнки ремонт эштәренә бәйле саралар кисектерелә, хәҙер иһә мәҙәниәт йорто тамашасыларҙы ҡаршы алырға тулыһынса әҙер. Мәртәбәле тантанала район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты.

Байрам концертын ауыл һәм Хәйбулла районының үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары ойоштора. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, клубҡа әйтерһең, яңы һулыш ингән, хәҙер ул иркен, яҡты һәм күркәмерәк.

Мәҙәниәт йортонда барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Сәхнә костюмдары, грим һәм репетиция бүлмәһе яңыртылған, фойеға теннис өҫтәле урылаштырылған, урындағы китапхана ла үҙгәрештәр кисергән. Клуб күңел асыу урыны ғына түгел, хәҙер бында теләгән һәр кеше үҙенә яҡын шөғөл табып, буш ваҡытын файҙалы итеп үткәр ала.

Бинаның тәҙрә-ишектәре алмаштырылған, стена буялған, иҙән һәм түбә япмаһы ремонталанып, ҡыйығы ябылған. Бынан тыш, биләмә кәртәләнгән һәм тупһаға плитә түшәлгән. Яңыртылған клуб дәртләнеп эшләргә һәм ауыл халҡы өсөн яңы офоҡтар асырырға мөмкинлек бирер, тигән ниәттә атингән

Әлфинә Килдейәрова.