Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекция үҙәге тәүге пациентын 14 декабрҙә ҡабул итәсәк

Был турала бөгөн Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.

Эш кәңәшмәһен ул видеоконференция тәртибендә уҙғарҙы. Ковид-госпиталдә изоляцияланған блоктар ғына түгел, ә реанимация палаталары, хирургия, бала табыу һәм педиатрия бүлектәре проектланған. Бактериология лабораторияһы һәм томография бүлмәһен асыу ҙа ҡарала. Яңы инфекция үҙәге биләмәһендә шулай уҡ вертолет майҙансығын асыу планлаштырыла.

Премьер-министр барлыҡ иҫәпләүҙәрҙе аныҡлап, Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө, медицина ҡормалдары һатып алыу буйынса Башҡортостан хөкүмәте күрһәтмәһе һәм килешеүгә ҡул ҡуйыуға әҙерлекте тәүлек эсендә тамамларға ҡушты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ буласаҡ дауахана биләмәһен төҙөкләндереү, юл һалыу мәсьәләһе буйынса ла фекер алышты.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекция үҙәге тәүге пациентын 14 декабрҙә ҡабул итәсәк

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ