Ойошма рессор сығарырға ниәтләй. Бының өсөн 234 миллион һум йәлеп ителә. Заводта 20 эш урыны барлыҡҡа килә. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет биләмәһенә 2016 йылдан инвесторҙар яҡынса 3 миллиард һум йәлеп иткән. Республикала 6 моноҡала йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмә статусына эйә. Киләсәктә Сибай ҡалаһынан да заявка ҡарала.





