Мәҙәниәт йортонда барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Сәхнә костюмдары, грим һәм репетиция бүлмәһе яңыртылған, фойеға теннис өҫтәле урынлаштырылған, урындағы китапхана ла үҙгәрештәр кисергән. Китапханасы Банат Әхмәҙиева.
Быйыл районда 11 мәҙәниәт клубына ремонт яһалған. Төҙөкләндереү эштәренә 10 миллион һум аҡса бүленгән.






