Уның эшендә хөкүмәт ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостандың үҫеш стратегияһы билдәләнде.
13 октябрь Хөкүмәт структураһына үҙгәреш индерелгәндән һуң Радий Хәбиров республика етәкселеге тәүге тапҡыр ҙур кәңәшмәгә йыйҙы. Маҡсат киләһе осорға эшмәкәрлек йүнәлештәрен һәм бурыстарҙы билдәләү.
Башҡортостандың яңы хөкүмәте республиканы алға әйҙәүсе этәргес көскә әйләнергә тейеш. Хатта коронавирус пандемияһы шарттарында ла төп иғтибарҙы үҫеш драйверҙары иҡтисад һәм инвестицияларға йүнәлтергә кәрәк тине Башҡортостан башлығы.
Милли проекттар ҙа өҫтөнлөклө йүнәлеш. Бигерәк тә халыҡтың йәшәү шаарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгәндәре. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир путин милли проекттар тураһындағы указына үҙгәрештәр индерҙе. Хөкүмәт эшмәкәрлегендә улар мотлаҡ сағылыш табырға тейеш. Башҡортостан башлығы республика ауыл ҡалаларын төҙөкләндереү, мөхитте заман талаптары буйынса яңыртыуға ла етди иғтибар талап итте.
Башҡортостан хөкүмәте, барлыҡ министрлығы һәм ведомстволар эшмәкәрлеге айыҡ аҡыл һәм асыҡлыҡ нигеҙендә ҡоролорға тейеш.
Ултырышты йомғаҡлап Радий Хәбиров барлыҡ рәсми кәңәшмәләрҙе онлайн тәртипкә күсерергә ҡушты. Район-ҡалалар башлыҡтарына, ведомстволар һәм дәүләт ойошмалары етәкселәренә социаль дистанция һаҡлау һәм битлек тәртибен үтәү буйынса эске ҡағиҙәләр әҙерләп раҫлау талабын ҡуйҙы.
Рафиҡ Әхмәтшин.




