Битлек кейеүҙең әһәмиәтен аңламай икән, эшенән бушатырға»

Радий Хәбиров дәүләт учреждениеларында санитар талаптарҙың үтәлешен көсәйтергә бойорҙо. Бөгөндән һәр министрлыҡ, ведомство, район һәм ҡала хакимиәттәрендә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү саралары буйынса эске ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Улар менән БСТ каналы хәбәрселәре лә танышты.

Өфөнөң Дим районы. Алдан иҫкәртеүһеҙ генә урындағы хакимиәткә үтәбеҙ. Антисептик ишек алдында. Коридорҙа битлек кейгән кешеләр. КОВИД-ты инҡар итеү күренеше һиҙелмәй. Талаптар теүәл үтәлә.

Тәү сиратта ҡулдарын эшкәртәбеҙ. Антисептик менән һиптергәс битлек булыуы мотлаҡ. Икенсе ҡатҡа күтәрелеүселәрҙең температураһын үлсәйбеҙ.

Василий Кирсанов, һаҡсы

36 ла 6. Температура нормала булғанда барлыҡ ишектәр асыла. Шул иҫәптән беҙҙең оператор өсөн дә. Осраҡлы эш бүлмәһенә үтәбеҙ. Компьютер алдында яңғыҙ йәш белгес, әммә битлектә.

Радий Хәбиров барлыҡ дәүләт учереждениеларында битлек тәртибен көсәйтергә ҡушты. Һәр министрлыҡ, ведомство һәм урындағы хакимиәттә был йәһәттән эске ҡағиҙә әҙерләнде. Пандемия осоронда санитар талаптар үтәлешен Башҡортостан башлығы шәхси контролендә тота.

Это требование касается десятков тысяч людей, которые в муниципалитетах работают,госслужбе работают и подчеркиваю в подведомственных учреждениях. Это касается большого круга. И людя видя что здесь вот такая позиция, это и профилактический и пропагандисткий определенный эффект, но и себя сохраним конечно

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Радий Хәбиров шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренә кәңәшмәләрҙе бары тик онлайн тәртиптә уҙғарырға ҡушты. «Төрлө мәсьәләләр буйынса йышыраҡ видеоэлемтә саралары менән ҡулланһағыҙ, вирус та аҙыраҡ таралыр», – тине Башҡортостан башлығы.

Фото №1 - Битлек кейеүҙең әһәмиәтен аңламай икән, эшенән бушатырға»
Башбат

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ