Бүздәк районында «М-5 Урал» федераль трассаһы участкаһы транспорт хәрәкәтенә асылды

Тантаналарҙа Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Мәскәү менән Өфөнө тоташтырған юл Рәсәй транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелгән.

«М-5 Урал» автомобиль юлында транспорт хәрәкәте илдә иң көсөргәнешлеләрҙән һанала. Тәүлегенә уның аша 50 мең транспорт сараһы үтә. Яңы участканы файҙаланыуға тапшырыу тиҙлек режимын арттырырға, тығындарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Төҙөүселәр ике һыҙатлы юлды, 6 һыҙатҡа тиклем киңәйткән, күп кимәлле үткәүел булдырған. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн юл аша үтеү урыны бар. Бәләкәй Киҙәш йылғаһы аша күпер һалынған, мал ҡыуып сығарыу һәм йәйәүлеләр өсөн тоннель төҙөлгән.

Фото №1 - Бүздәк районында «М-5 Урал» федераль трассаһы участкаһы транспорт хәрәкәтенә асылды

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ