Медицина тикшеренеүҙәре буйынса уларҙа коронавирусҡа ҡаршы күҙәнәктәр ҙә барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа икенсе вакцинациянан һуң ғына организм ҡатмарлы сиргә тулыһынса ҡаршылыҡ күрһәтә аласаҡ. Өфөнөң 52-се поликлиникаһында прививка яһау буйынса клиник һынауҙар дауам итә. Аҡ халатлылар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Өфөнөң 18-cе ҡала клиник дауаханаһынан табип-хирург Камил Латипов тәүгеләрҙән булып Ковид-19 инфекцияһына ҡаршы прививка яһатҡан. Вакцинациянан һуң ул Дәүләт порталында булдырылған көндәлекте тултырып, температураһын, организмда күҙәтелгән үҙгәрештәрҙе теркәп барған. Өс аҙнанан һуң йәнә поликлиникаға килеү талап ителә. Сиргә иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн вакцинаның икенсе компонентын ҡаҙатыу мотлаҡ тип иҫәпләнә.
Коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үтеүселәрҙең барыһы ла «Ҡыҙыл зона»ла эшләй. Өфөнөң 52-cе поликлиникаһында уларға прививка яһатыу өсөн өс көн бүленгән. Клиник һынауҙа утыҙ биш белгес ҡатнаша, уларҙың бишәүһенә вакцинаның тәүге миҡдары һалынды. Эльмира Мөхәмәҙиева ла ковид-госпиталдә эшләй, лаборатор диагностика табибы.
Табиптарға Гам-ковид-Вак тип аталған ике компонентлы вектор вакцинаһы яһалды. Тәүге этаптан һуң күптәр медицина тикшереүе үткән, уларҙа сиргә ҡаршы матдәләр барлыҡҡа килеүе билдәләнә.
Вакцинациянан һуң бер көн физик эштәр башҡарырға, мунса-сауна инергә ярамай. Икенсе этаптан һуң да табиптар үҙҙәрен нисек тойоуы тураһында көндәлек тултырырға тейеш. Коронавирусҡа ҡаршы алғы һыҙыҡта эшләгән белгестәр сирҙе тик вакцинация ғына еңә ала тигән ҡарашта. Хәйер, бөгөн илдә «Вектор» ғилми-тикшеренеү үҙәге тәҡдим иткән икенсе препарат рәсми теркәү үтте. Рәсәй фәндәр академияһының Чумаков федераль эҙләнеүҙәр үҙәгендә өсөнсө вакцина әҙерләү буйынса ла эштәр тамамланыу алдында
Гөлназ Хәйбуллина.




