11 саҡрымлыҡ яңы юл

11 саҡрымлыҡ яңы юл
Фото №1 - 11 саҡрымлыҡ яңы юл

Бүздәк районында М-5 “Урал” федераль трассаһы участкаһы транспорт хәрәкәте өсөн асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Мәскәү менән Өфөнө тоташтырған юл “Рәсәй транспорт инфраструктураһын комплекслы үҫтереү” программаһы нигеҙендә төҙөкләндерелгән. М-5 “Урал” автомобиль юлында транспорт хәрәкәте илдә көсөргәнешлеләрҙән һанала. Тәүлегенә уның аша 50 мең транспорт сараһы үтә. Яңы участканы файҙаланыуға тапшырыу тиҙлек режимын арттырырға, тығындарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирә. Төҙөүселәр ике һыҙатлы юлды 6 һыҙатҡа тиклем киңәйткән, күп кимәлле үткәүел булдырған. Шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн юл аша үтеү урыны бар. Бәләкәй Киҙәш йылғаһы аша күпер һалынған, мал ҡыуып сығарыу һәм йәйәүлеләр өсөн тоннель төҙөлгән. Радий Хәбиров әйтеүенсә, трассала ремонт киләсәктә лә дауам итә.

11 саҡрымлыҡ яңы юл

Әле М-5 “Урал” федераль трассаһында ремонт Благовар, Өфө, Туймазы һәм Октябрьский ҡалаһы янындағы участкаларҙа бара. Бында ла алты һыҙатлы юл була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ