Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә тармаҡ предприятиеларының етештереү индексы 92 проценттан ашҡан

Башҡортостан еңел сәнәғәт предприятиеларына белгестәр йәлеп итеү һәм уларҙың белемен камиллаштырыу буйынса махсус программаға ихтыяж бар. Был турала Башҡортостан башлығы видеоконференция тәртибендә үткән сәнәғәт сәғәтендә белдерҙе. Кәңәшмәлә тармаҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамы мәсьәләһе күтәрелде.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев белдереүенсә, һуңғы туғыҙ ай эсендә тармаҡ предприятиеларының етештереү индексы 92 проценттан ашып киткән. Еңел сәнәғәткә 150 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы бүленгән. Предприятиеларҙың сеймалға сығымы ҡапланған, технологияны яңыртыуға тотонолған аҡсалар компенсацияланған. Коронавирус осоронда республика етештереүселәре шәхси һаҡланыу саралары, битлектәр һәм медицина костюмдарын етештереүҙе үҙләштергән. Башҡортостан башлығы фекеренсә, күрелгән дәүләт ярҙамы сараларының һөҙөмтәлелеген баһалау мөһим.

Кәңәшмәлә еңел сәнәғәт предприятиеларының етештереү линияларын заман талаптары буйынса камиллаштырыу. Күп кенә теген фабрикалары уҙған быуаттың 70 йылдарында сығарылған ҡорамалдарҙа эшләй. Уларҙы комплекслы яңыртыу менән бер рәттән сығарылған тауар төрлөлөгөн дә арттырыу мөһим. Был йәһәттән йәш белгестәргә ихтыяж тойола.

Әле еңел сәнәғәттә эшләүселәрҙең күбеһе пенсия йәшендә. Шуға ла тегенселәр һәм башҡа белгестәрҙе әҙерләү буйынса махсус программа булдырыу мөһим, тине Башҡортостан башлығы. Еңел сәнәғәтте үҫтерергә теләйбеҙ икән кадрҙар сәйәсәтенә етди ҡараш мөһим тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Фото №1 - Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә тармаҡ предприятиеларының етештереү индексы 92 проценттан ашҡан

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ