Дезинфекция саралары дауам итә

Өфөнәң Киров районында көнөнә 350 подъезд зарарһыҙландырыла. Ҡала буйынса һандар күпкә юғары – яҡынса биш мең подъезд. Дезинфекция алдан билдәләнгән графикка ярашлы алып барыла. Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы иҫкәртеү саралары тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Аврора урамының бишенсе йорто махсус препарат менән эшкәртелә. Нәзир Фәтҡуллин торлаҡ-коммуналь хужалығында 30 йыл эшләй. Быға тиклем уның төп бурысы ихата алдын таҙа тотоу булһа, пандемия осоронда иһә подъездарҙы эшкәртеүгә йәлеп ителә.

Тәү сиратта йорт алды, эскәмйәләр, балалар майҙансығы эшкәртелә. Һуңынан махсус кейемле хеҙмәткәрҙәр подъезд эсенә инә. Унда баҫҡыс яндауыры, почта йәшниктәре, лифт, домофон төймәләренә һәм ишек тотҡаларына юғары иғтибар бирелә.

Эш барышында микробтарҙы юҡ итеүсе шыйыҡсалар ҡулланыла. Белгестәр билдәләүенсә, улар халыҡ сәләмәтлеге өсөн зыянһыҙ. Санитар эшкәртеү ике этапта башҡарыла. Тәүҙә поъезд химик матдәләр менән эшкәртелә, унан һуң ҡоро сепрәк менән һөртөп алына.

Подъездар һәм дөйөм йәмәғәт урындары санитар яҡтан махсус график буйынса эшкәртелә. Көнөнә 30% подъед таҙартабыҙ. Ҡулланылған шыйыҡса бөтөнләй зарарһыҙ һәм еҫһеҙ. Хлор еҫе лә сыҡмай. Һәр подъезды аҙнаһына ике, ә балалар һәм контейнер майҙансыҡтарын, эскәмйәләрҙе аҙнаһына 2-3 тапҡыр эшкәртергә тырышабыҙ.

Антонина Самойлова, Киров районының торлаҡ хужалығы идаралығының бүлек етәксеһе

Коронавирус таралыуҙы сикләү маҡсатында башҡалала биш мең подъезда дезинфекциялау саралары уҙғарыла. Улар график буйынса аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә. Һиптергестәр тотҡан махсус кейемдәге кешеләрҙе туҡталыштарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында ла осратырға мөмкин. Дезинфекциялау графигы менән ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Фото №1 - Дезинфекция саралары дауам итә

Әлфинә Килдейәрова.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ