Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәрҙәренең Төркөстан экспедицияһында ҡатнашыуына йөҙ йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Тарихи материалдар йыйыу буйынса эш өс ай дауам иткән. Экспонаттар 19-20-cе быуаттарҙа Төркөстанда йәшәүсе халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдыра. Күргәҙмәлә экспедиция документтарынан тыш, һыбайлыларҙың ат кәрәк-яраҡтары, керамик һауыт-һаба, зауыҡлы туҡымалар, милли кейемдәр менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәне ойоштороу ысын мәғәнәһендә детективҡа әйләнде. Төркөстан экспедицияһы документтарын, тарихи материалдарҙы туплауға, уларҙы өйрәнеүгә күп көс һалынды. Эш йылдам барҙы. Республика халҡына 90-ға яҡын экспонат тәҡдим итәбеҙ.

Эльвира Хәмиҙуллина, Башҡортостан милли музейының этнография бүлеге мөдире
Фото №1 - Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәрҙәренең Төркөстан экспедицияһында ҡатнашыуына йөҙ йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ