«Салауат Юлаев» клубы Пекиндың «Куньлунь Ред Стар» командаһынан еңелде

Континенталь хоккей лигаһының сираттағы матчында Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Пекиндың «Куньлунь Ред Стар» командаһынан 3:5 иҫәбе менән еңелде. Хужалар ҡапҡаһына шайбаларҙы Дмитрий Кугрышев, Данил Башкиров һәм Теему Хартикайнен индерҙе.

Хартикайнен иҫәбенә йыйылған 339 мәрәй менән КХЛ-да рекорд ҡуйҙы. Юлаевсылар өсөн уҙған матч рәттән өсөнсө еңелеү булһа, Пекин командаһы алты тапҡыр отолғандан һуң, уңышһыҙ уйындар шәлкемен өҙөүгә иреште. Иртәгә «Салауат Юлаев» клубы Омскиҙа урындағы «Авангард» менән осраша.

Фото №1 - «Салауат Юлаев» клубы Пекиндың «Куньлунь Ред Стар» командаһынан еңелде

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ