Баймаҡ ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһенә йүнәлгән янғын ҡамалған

Урында әле ирекле дружиналарын һәм янғын һүндереүселәр ҡарауылда тора. Шул уҡ ваҡытта районды Бәхтегәрәй ауылы эргәһендә торф ятҡылыҡтарына ут тоҡанған.

Баймаҡ ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһенә хәүеф менән янаған янғын күмәк көс менән туҡтатылды. Ут артабан таралмаһын өсөн ирекмәндәр был тирәлә тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора. Райондың Бәхтегәрәй ауылы эргәһендә ут торф ятҡылыҡтарына тоҡанған. Утты һүндереүҙә ирекмәндәр әүҙем ҡатнаша.

Торф ятҡылығын һүндереү өсөн ҙур күләмдә һыу талап ителә. Ғәрәсәткә ҡаршы тороу өсөн янғын һүндереүселәр яңы ысул ҡуллана. Даими һыу ағымын тәьмин итеү маҡсатында мотопомпалар файҙаланыла.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре белдереүенсә, Баймаҡ районында сыҡҡан янғын сәбәптәре билдәһеҙ кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүенә бәйле.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһының «Көньяҡ» биҫтәһенә йүнәлгән янғын ҡамалған

Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ