Улар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен тикшерә. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Респулика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Бер тәүлек эсендә республикала 68 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
Радий Хәбиров бойороғо буйынса, республика дауаханаларында урындар күбәйтелә, медицина университетының сығарылыш курс студенттары терапевтарға ярҙамға ебәрелә. Бынан тыш, ауырлы ҡатындар декрет ялына тиклем ситтән тороп эшләүгә күсерелә.





