Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө контролен тәьмин итеү маҡсатында Ҡала төҙөлөшө советы булдырыла

Был турала бөгөн Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Радий Хәбировты күҙәтеүсе орган ойоштороуға Өфөләге Шота Руставели урамындағы күп ҡатлы йорт төҙөлөшөнә бәйле хәл этәргән. Башҡа бындай йәмһеҙ күренештәргә юл ҡуйылмаясаҡ. Указға ярашлы күп ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса ҡарарҙар ҡабул иткәндә республика һәм муниципаль власть органдары тығыҙ бәйләнештә буласаҡ. Биләмәләге социаль инфраструктура үҫеше лә айырыуса иғтибарға алына.

Оператив кәңәшмәлә күп ҡатлы йорттарҙа ойошторолған Советтар хаҡында ла һүҙ барҙы. Бөгөн уларҙың һаны ун ике меңгә еткән, был дөйөм күрһәткестең етмеш процентын тәшкил итә. Советтар башлыса ике ҡатлы иҫке йорттарҙа эшләмәй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле төбәк үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был осраҡта намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ҡорбаны булыу хәүефе арта. Шул уҡ ваҡытта милекселәрҙең күбеһе идарасы һәм ресурс менән тәьмин итеүсе компанияларҙың асыҡ эшмәкәрлек алып барыуын теләй. Үҙидаралыҡ органын булдырыуға «Башҡорт ихаталары», подъезд ремонты кеүек республика программаларында ҡатнашыу этәргес булыуы ихтимал.

Фото №1 - Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө контролен тәьмин итеү маҡсатында Ҡала төҙөлөшө советы булдырыла

Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ