Бишбүләктән фермер Булат Ноғоманов баҡсаһында сит ил еләген үҫтереп ҡарарға була. Яңы шөғөл бер йәй эсендә үҙен тулыһынса аҡлай. Еләккә ихтыяж тәҡдимгә ҡарағанда күпкә юғары. Хәҙер йүнсел еләк плантацияһын киңәйтергә иҫәп тота.
Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Булат Ноғоманов студент. Киләһе йыл Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Әммә егет үҙен әле үк ауыл хужалығында тапҡан.
Йәш фермер тауарын социаль селтәр аша һата. Тәүге уңышҡа уҡ заказдар күп булған. Еләккә ихтыяж тәҡдимде артып китеүе Булат өсөн дә көтөлмәгән хәл. Киләһе йылдан йәш йүнсел плантацияларын киңәйтергә, ә ҡул эшен кәметергә иҫәп тота.
Йәш фермерҙәң тырышлығын күреп, ауыл һәм район хакимиәте ярҙамға килгән. Урында үткән инвестиция сәғәтендә Булатҡа баҡсаһы эргәһендә генә 1 гектар ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителгән. Элек был урында алабута үҫкән. Хәҙер һуғарыу селтәренә тоташтырылған еләк түтәлдәре.
Әле урындағы хакимиәт Булат Ноғомановтың эшен артабан киңәйтеүгә грант юллау өсөн документтар әҙерләй. Йүнсел үҙе лә тиктормай. Яңы еләк миҙгеленә көҙҙән үк әҙерлек башланған. Ауыл ерендә тәмле тормош ете ҡат тирҙе сығара тип шаярта йәш фермер.
Рафиҡ Әхмәтшин.




