Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды

«Аҡбуҙат» республика балалар журналы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Дәүләкән районы хакимиәте менән берлектә Республика көнөнә, Башҡорт теле йылына һәм балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды.

Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс синыф уҡыусылары өсөн уҙғарылған бәйгенән үҫмерҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙың эштәре баҫманың сайтында донъя күрҙе. Республика райондарынан, Силәбе өлкәһенән йәмғеһе 81 эш тәҡдим ителде.

Конкурстың бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы – Урал Ураҡсин 60 мең һум күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкләгән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында 6 урын билдәләне. Еңеүселәрҙең һәр береһенә 10-ар мең һум аҡсалата бүләк тапшырылды. Ә «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының махсус бүләгенә 3-сө гимназия уҡыусыһы Иҙел Ғәлиуллин Иҙел лайыҡ булды.

Фото №1 - Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл тулыуға арнап ойошторған асыҡ республика шиғыр конкурсына йомғаҡ яһалды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ