Йөрәгем Башҡортостанда ҡала

Йөрәгем Башҡортостанда ҡала
Фото №1 - Йөрәгем Башҡортостанда ҡала

Шулай тип белдерҙе “Һеңлем” фильмы режиссеры Александр Галибин. Кинокартина Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлдө. Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан бер төркөм ижадсыларға дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исем тапшырылды. Александр Галибинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде.

Йөрәгем Башҡортостанда ҡала

“Һеңлем” фильмының кастинг-директоры Татьяна Лучинина Өфөлә тыуып үҫкән. “Миңә бында бөтәһе лә таныш, бөтәһе лә ҡәҙерле”, - тине ул сығышында. “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булыуым яҡташтарым алдында оло яуаплылыҡ”, - ти Татьяна Лучинина.

Йөрәгем Башҡортостанда ҡала

“Йәмил менән беҙ оҡшаш”, - тип иҫәпләй “Һеңлем” фильмында төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин. Йәш артист бөгөн Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Йөрәгем Башҡортостанда ҡала

Яңыраҡ “Һеңлем” фильмы Берлинда үткән халыҡ-ара балалар кинофестивалендә Гран-при яуланы.

БАШКОРТТАР-БСТ
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ