Ошо уңайҙан Өфөлә әҙиптең мөһабәт һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ аҡыл эйәһенең исемен мәңгелләштереүгә ҙур өлөш индеергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙы республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала
Билдәле режиссер Александр Галибин Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Теүәл ике йыл элек ул Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнеп, «Һеңлекәш» фильмы өҫтөндә эш башлағайны. Белорет районында төшөрөлгән кинотаҫманың премьераһы республика өсөн ҙур мәҙәни ваҡиғаға әйләнде. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ижади коллективтың эшен юғары баһалай.
Нәфис фильм Рәсәй, сит ил кинотеатрҙарында күрһәтелеп, Халыҡ-ара фестивалдәрҙә лә бихисап еңеүҙәр яулай. Бүләкләү тантанаһында режиссер Александр Галибин башҡорт мәҙәниәтенә, халҡына сикһеҙ һөйөүен белдереп, артабан да тоғро хеҙмәт итергә вәғәҙәләне.
«Һеңлекәш» фильмында төп ролдәрҙе башҡарған актрисалар – Сулпан Абдрахимова менән Илгизә Ғилмановаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелһә, Йәмил образын тулыһынса асып, халыҡ күңелен яулаған Арыҫлан Ҡырымсурин республика башлығының Рәхмәт хатын алды. Бөйөк шәхес Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бүләкләнеү – үҙе бер мәртәбә, киләһе эшмәкәрлеккә оло яуаплылыҡ өҫтәй.
«Өс таған» фильмы режиссеры Айнур Асҡаров Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем алды. Бүләкләнеүселәр араһында мәғариф, журналистика, транспорт өлкәһе белгестәре лә булды. Уларҙың барыһы ла Мостай Кәримдең исемен мәңгелләштереү йүнәлешендә ҙур эшмәкәрлек алып бара. Республика башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем өсөн әҙиптең исеме айырыуса яҡын, оло мәғәнәгә эйә булыуын билдәләне.
Тантаналы сараға шағирҙың тыуған яғы – Шишмә районынан Раушаниә Байғужина ла саҡырылғайны. Оҙаҡ йылдар ул мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, шағирҙың әҫәрҙәрен өйрәнгән.
Ҡыҙыл раузалар – хөрмәт һәм ихтирам билдәһе. Бүләкләү тантанаһынан һуң аҡыл эйәһе булараҡ танылыу алған әҙип һәйкәленә сәскәләр һалынды. Сарала ҡатнашыусылар уның мәңгелек әҫәрҙәрен яңғыратып, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Өфөләге һәйкәл 2013 йылда ҡуйылғайны, уның авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Билдәле скульптор быйыл Ҡазан ҡалаһында ла шағирҙың исемен мәңгелләштерҙе. Монументаль композиция ике республика араһында мәңге ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ символына әйләнде.
Гөлназ Хәйбуллина.





