Танылған йырсы Бибисара Азаматованың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Тамашасы күңелен халыҡсанлығы менән яулаған талант эйәһе сәхнәнән эстрада һәм халыҡ йырҙарын берҙәй уңышлы башҡарҙы. Иртәгә уға 71 йәш тулған булыр ине.

Бибисара Мостафа ҡыҙы 1949 йылғы. Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында донъяға килгән. 8 йәшенә тиклем өләсәһендә тәрбиәләнә. Бәләкәйҙән үк йырлап үҫә, мәктәптә уҡыған йылдарында төрлө концерттарҙа ҡатнаша. Йырға әүәҫ булһа ла, тормош юлын аҙыҡ-түлек сәнәғәтенә арнай. 1967 йылдан 1998 йылға тиклем Баймаҡ һыра ҡайнатыу заводында эшләй. Ҙур сәхнәгә Бибисара Азаматова 90-сы йылдар аҙағында Башҡортостан һандуғасы Фәриҙә Ҡудашеваның саҡырыуы буйынса күтәрелә. Өфө-Ҡазан-Болғар теплоходында һәүәҫкәр йырсылар конкурсында ҡатнаша башлай. Күп тапҡырҙар уларҙың еңеүсеһе була.

Ә тәүге яңғыҙ концерты тыуған Баймаҡ яҡтарында 2006 йылда үтә, уның аккомпаниаторҙары республикала билдәле баянсылар Редик Фәсхетдинов, Илшат Яхин, Хәлит Фәтихов һәм уның ике улы Илшат менән Айнур булыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй. Бибисара Азаматова барыһы 5 соло концертын бирә, уларҙың икеһе - Рәил Өмөтбаев менән, өсөһө йәш артистар ҡатнашлығында ойошторола.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Бибисара Мостафа ҡыҙы үҙе яратҡан шөғөлөнә бөтә булмышын, күңелен бирә: ул ныҡлап сәхнәгә баҫа. Уның сығыштары, һәр концерты республикала ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә көтөп алына, шығырым тулы залдарҙа ҙур уңыш менән үтә. Сәхнәлә үҙен тотоу манераһы, үҙенсәлекле моңло тауышы йөрәккә үтеп инә, ул ысынында халыҡ йырсыһы тип таныла. Бибисара Мостафа ҡыҙының репертуарында башлыса халыҡ һәм ретро йырҙары, шулай уҡ заманса эстрада йырҙары урын ала. Бибисара Азаматованың йырҙары менән 6 дискыһы сыға, аҙаҡҡыһы – 2020 йылда, унда 73 йыр тупланған.