Уйын һөҙөмтәһе осрашыу тамамланыр саҡта хәл ителде. 45-се минутта Теему Хартикайнен, тағы ла өс минуттан Александр Алексеев ҡаршы ҡапҡаға шайбалар индереүгә иреште.
Иртәгә яҡташтарыбыҙ ситтәге уйындар шәлкемен Мәскәү өлкәһендә тамамлай – урындағы «Витязь» командаһы менән матч барышын беҙҙең телеканалда төнгө 10-сы 20 минуттан ҡарағыҙ.
Гөлдәриә Йосопова.




