Резерв фондтан тағы 1 миллион һум бүленде. Республика башлығы ҡул ҡуйған документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда көн һайын коронавирус менән ауырып һауыҡҡан тиҫтәнән ашыу кеше плазма тапшыра.
Әлегә 600-гә яҡын кеше донор булған, 2 меңдән ашыу доза плазма әҙерләнгән. Был плазманың коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалауҙа һөҙөмтәле булыуы иҫбатланған.





