Өфөлә “Бурыслы” операцияһы старт алды

Өфөлә көн элгәре “Бурыслы” операцияһы старт алды. Был мөһим сараға Эске эштәр министрлығының барлыҡ подразделениелары йәлеп ителәсәге билдәле.

Бер ыңғайы төрлө йүнәлештәр буйынса эш алып барыласаҡ. Был – законһыҙ миграция, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссиялар, участковыйҙар вәкилдәре һәм, әлбиттә, дәүләт автоинспекцияһы. Баш ҡалалағы махсус операция 12 февралдә башланып, 21-енә тиклем дауам итәсәк.

Ғинуарҙа ошондай эш алып барылып, һөҙөмтәлә, барлығы 1,8 миллион һум тирәһендә штраф һалынған. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Эске эштәр министлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы белдереүенсә, әлеге мәлгә 1,3 миллион һумға яҡын штраф йыйылған да инде.