Улар табиптарҙы пациенттарға һәм коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәрен алып йөрөү маҡсатында файҙалана. Был хаҡта ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Терапевт Алһыу Йәүҙәт ҡыҙы бөгөн пациенттарҙы ҡабул итеүҙән бушатыла, уның бурысы сирлеләрҙең өйөнә йөрөп сығыу. Һуңғы айҙарҙа дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр арта, күп осраҡта ауырыусылар табипты йортҡа саҡыра. Саҡырыуҙарҙың бик күп булыуына бәйле ярҙам поликлиникаларға ла талап ителә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, сирлеләргә ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн автомобилдәр бүленә. Хәҙер табиптарҙы пациенттарҙың өйҙәренә дәүләт машиналары йөрөтә башланы. Еңел булмаған осорҙа медицина учреждениеларының үҙ ресурстары етмәй, шуға һәр поликлиникаға бер йәки ике техника теркәлә.
Тәртип-талаптарҙы көсәйтеү, коронавирус пандемияһына ҡаршы тороу маҡсатында һәр ойошмала медицина инспекторын да билдәләү мотлаҡ. Был турала республика етәксеһе Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә белдергәйне. Талаптар Туймазылағы Пластик торбалар заводында теүәл үтәлә. Эшселәрҙең температураһын үлсәү, уларҙың һаҡланыу сараларында булыуы һәм кабинеттарҙы эшкәртеүҙән тыш, хеҙмәткәрҙәргә иҫкәртмәләр ҙә таратыла. Яуаплы эш медицина инспекторҙарына йөкмәтелә.
Медицина инспекторҙары хеҙмәткәрҙәр араһында йоғошло ауырыуҙар, шул иҫәптән коронавирус сире таралыуын иҫкәртеү сараларының үтәлешен контролдә тотоу өсөн билдәләнә. Ләкин сәләмәтлек үҙ ҡулыңда икәнен аңлап һаҡланыу сараларын күргәндә сирҙе еңеп сығыуға ышаныс өҫтәлә.
Әлфинә Килдейәрова.




