Йәш умартасылар ярышты

Йәш умартасылар ярыштыБашҡорт дәүләт аграр университетында умартасылыҡ буйынса Ворлдскилс чемпионаты уҙҙы. 16 йәштән 22 йәшкәсә умартасылар был өлкәләге ғәмәли белемдәрен күрһәтте. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Ысынмы, ялғанмы? Уны конкурсанттарға балдың сифаттары буйынса асыҡларға кәрәк. Колбалар, һыу һәм микроскоп ярҙамында ла быны эшләп була.  

Йыш ҡына табыш артынан ҡыуыусылар өлгөрмәгән бал менән кәсеп итә. Умартасылар ғаиләһендә үҫкән Регина балды икмәккә һылап ҡына ла уның сифатын белә ала. Ваҡытынан алда айыртылған ризыҡ составында һыу миҡдары юғары була икән.

Башҡорт дәүләт аграр университетына умартасылыҡ буйынса Ворлдскилс чемпионатында быйыл 12 кеше ҡатнаша. Улар төрлө вуздарҙан һәм райондарҙан килгән. Конкурсанттарҙың өс модуль буйынса белемдәре һынала. Улар нозематоз һәм варратоз сирҙәрен асыҡларға һәм дауалай белергә тейеш. Умартасылар әйтеүенсә, варратоз булмаған күс юҡ. Тик уның аҙып китеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.

Был бүлмәлә йәштәр яҙға сыҡҡас күсте нисек итеп дөрөҫ туҡландырырға кәрәклеген күрһәтә. Өс төрлө һынау буйынса йәш умартасыларҙың балдары һанала һәм еңеүсе Волга буйы федераль округы буйынса уҙғарылған чемпионатта ҡатнашасаҡ. Конкурс Башҡортостанда уҙғарыласаҡ.

Чемпионат һынауҙары һәр умартасы белергә тейешле шарттар буйынса ойошторолған. Умартасылыҡты үҫтереп, башҡорт балы брендын һаҡлауға өлөш индереүгә йәштәр үҙ аҙымын яһай.

Фото №1 - Йәш умартасылар ярышты

Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ