Өфөлә халыҡсан йырсы Бибисара Азаматова менән хушлаштылар

Мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатырға шәхестең ижадын һөйөүселәр йыйылды.

Бибисара Мостафа ҡыҙы яратҡан шөғөлөнә, йыр сәнғәтенә бөтә булмышын, күңелен бирә. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң ул ныҡлап сәхнәгә баҫа. Уның сығыштарын республика район-ҡалаларында ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәктә көтөп алалар. Концерттары шығырым тулы залдарҙа үтә.

Уның үҙенсәлекле моңло тауышы йөрәккә үтеп инә, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы булып таныла. Бибисара Мостафа ҡыҙы замандаштарының йөрәгендә лә яҡты хәтирәләр ҡалдыра. Һуңғы юлға оҙатҡанда уға күптәр күрһәткән ярҙамы, кәңәштәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Танылған йырсы тыуған яғы Баймаҡ районы Бәхтегәрәй ауылында ерләнәсәк.

Әлфинә Килдейәрова.