Республикала «Иғтибар, балалар!» тип исемләнгән күләмле профилактик сара үтә

Уны Юл йәрәхәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Йәйәүлеләрҙең төндә хәрәкәт итеү ҡағиҙәләренә айырым иғтибар бирелә.

Өфө ҡалаһының 35-се мәғариф үҙәгендә класс сәғәте йәйәүлеләрҙең төнгө осорҙа хәрәкәт итеү темаһына арналған.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, йәйәүлеләр кейемдәренә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар беркеткән осраҡта фажиғәләр 6 тапҡырға әҙәйә.

Марсель Бикташев, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда бүлеге инспекторы

Ҡала эсендә хәрәкәтләнгән йәйәүлеләргә кейемдәренә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙыберкетергә тәғдим ителһә, ҡаланан ситтәгеләр был талапты  мотлаҡ үтәргә тейеш.

Ата-әсәләр балаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә етди ҡарай. Баш ҡала мәктәптәрендә үткән рейд шуны асыҡланы.

Шул уҡ ваҡытта, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙың өҫ кейемдәрендә булыуы ғына юлда йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәй. Шуға күрә, руль артында ултырыусылар йәйәүлене мотлаҡ күрергә тейеш.

Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы йәйәүлеләргә көҙ-ҡыш айҙарында өҫ кейемдәрендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар беркетергә тәкдим итә. Улар юлдағы фажиғәләрзе иҫкәртә.

Эльмир Мостафин, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда бүлеге инспекторы

Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар өҫ кейемдәрендә һәм рюкзактарҙа матур һәм заманса итеп ҡулайлаштырылған. Ҡараңғыла хәрәкәт иткәндә йәйәүлеләрҙең һаулығы һәм ғүмере уларға ла бәйләнгән. Шуны оноторға ярамай.

Фото №1 - Республикала «Иғтибар, балалар!» тип исемләнгән күләмле профилактик сара үтә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ