Башҡортостан табиптары Абхазиянан ҡайтты

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәрен һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты стажерҙарын һәм ординаторҙарын үҙ эсенә алған ете кешелек табиптар төркөмө өс аҙна дауамында республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөрәжәғәте буйынса Абхазияла коронавирус инфекцияһы менән сирләүсе пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтте.

Әле уларҙы Мәскәү һәм Калининград өлкәһе бригадаһы алыштырған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан табиптары Ҡырғыҙстан, Ҡарасәй-Черкес һәм Амур өлкәһендә лә ярҙам күрһәтте

Беҙ Абхазияла яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған ауыр сирлеләр менән эшләнек. Коллегаларыбыҙ беҙҙең тәжрибәне үҙләштерҙе, инфекцияны шулай дөйөм көс менән еңербеҙ тип уйлайым.

Илдар Лотфорахманов, БДМУ-ның анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире
Фото №1 - Башҡортостан табиптары Абхазиянан ҡайтты

Рәйлә Күсемханова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ