Республикала иң яҡшы проектҡа конкурс иғлан ителде. Ул бер турҙа үтә, ҡатнашыусылар һәйкәлдең моделен әҙерләргә тейеш була. Материалдар 20 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Мәшһүр генералға мөһабәт, мәғәнәле һәйкәл ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләй танылған скульптор, монументалист Өлфәт Ҡобағошов.
Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл Өфөлә Совет майҙанында урынлаштырыла.






