Был проекттар Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған кәңәшмәлә ҡаралды. Йыл әйләнәһе эшләүсе балалар һауыҡтырыу-этнография лагерын Граф күле буйында төҙөү планлаштырыла, физкультура-һауыҡтырыу комплексы Темәс ауылында урынлаша, шулай уҡ Ҡарағайлы йылғаһы аша күперҙе төҙөкләндереү планлаштырыла. Был объекттар киләһе йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Артабан 300 урынлыҡ балалар поликлиникаһы һәм боҙ аренаһын төҙөй башларға иҫәп тотола.





