Антон Бабиков, Эдуард Латыпов һәм Алексей Петров Рәсәй йыйылма командаһы составында Якут-Сахала күнекмәләр үткәрә. Башҡа спортсылар, шул иҫәптән үҫмерҙәр Өфөлә шөғөлләнә. Баш тренер Василий Шеталин.
Рәсәй кубогы буйынса ярыштарҙың тәүге этабы ноябргә планлаштырылған. Уға тиклем республика биатлонсылары Төмәндә күнекмәләр уҙғара.





