Компьютер томографияһын үтергә теләүселәр өсөн талаптар ҡәтғиләшә

Хәҙер был медицина тикшереүе бер нисә көн дауамында юғары температураһы төшмәгән кешеләргә генә тәғәйенләнә. Был турала республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе. Ҡағиҙәне ҡәтғиләштереү томографтарға  сират артыуы менән бәйле.

Шулай уҡ коронавирус йоҡтороусылар менән бәйләнештә булыусыларға дистанцион эшкә яраҡһыҙлыҡ документы асыу ҡайтанан тергеҙелә. Сирлеләрҙе өйҙәрендә ҡарау маҡсатында медицина университетының 6-сы курс студенттары ебәрелә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны 10 меңгә яҡынлаша.

Фото №1 - Компьютер томографияһын үтергә теләүселәр өсөн талаптар ҡәтғиләшә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ