Ауыр осорҙа ла республика сәнәғәте үҫешеүҙән туҡтамай

Берәүҙәр хеҙмәткәрҙәр һанын арттырһа, икенселәр яңы төр продукцияны үҙләштереүҙе яйға һала. Пандемияға ҡарамаҫтан, республика сәнәғәте бер урында тапанмай, алға бара. Төбәктең ҡайһы бер предприятиелар иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртып ил кимәленә сыҡты. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Пандемия Өфөнөң «Медстальконструкция» предприятиеһы эшмәкәрлеген ҡырҡа үҙгәртә. Тик яҡшы яҡтан ғына тип әйтергә кәрәк. Завод 150 миллион һум инвестиция йәлеп итеүгә ирешә. Был аҡсаға предприятиеның цехтары модернизацияланып ҡына ҡалмай, эшселәр һаны ла арта. Яҙҙан алып коллектив 200-ләп кеше менән тулыланған.

Заманса технологиялар менән йыһазландырылған завод эш ҡеүәтен 100 тапҡырға тиклем арттыра. Яңы төр продукциялар ҙа етештерелә башлай. Рециркуляторҙың ғына бөгөн тиҫтәләп төрө бар. Бығаса продукция көнөнә 300-ләп сығарылһа, бөгөн ул 3 меңгә еткән.

Ә был иһә ғилми-ғәмәли «Астра» үҙәге. Улар өҫтәмә эш урындарын булдырмаған, шулай ҙа предприятие элекке урынында тапана тип әйтеп тә булмай. Хеҙмәткәрҙәр яңы төр медицина ҡоролмаларын уйлап табыу, етештереү менән мәшғүл. Бәүел анализын белеү эшләнгән аппарат мәҫәлән, үҙәк ғалимдарының ил кимәлендәге яңылығы.

Прибор район дауаханалары, поликлиникалары өсөн яйлы булмаҡсы. Медицина ҡоролмаларын етештереү менән үҙәк 1998 йылдан шөғөлләнә. Төп продукция клиника-диагностика лабораториялары өсөн йүнәлтелгән. Бөгөн эштең уңышы бер аппарат кәм тигәндә өс көн эсендә етештерелә.

Фото №1 - Ауыр осорҙа ла республика сәнәғәте үҫешеүҙән туҡтамай

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ