Юлаевсылар «Витязь» клубынан 3:4 иҫәбе менән еңелде

Юлаевсылар иҫәпте тәүге булып асты, хужалар ҡапҡаһына шайбаны Александр Кадейкин индерҙе. Уйындың икенсе осоронда хужалар алға сығыуға иреште. Өсөнсө осорҙа Владислав Картаев менән Филип Ларсен уйын барышын тигеҙләй алды.

Әммә һуңғы минуттарҙа Александр Семин индергән шайба матч яҙмышын хужалар файҙаһына хәл итте. Киләһе уйынды «Салауат Юлаев» 26 октябрҙә үҙ боҙонда үткәрә. Ярославлдең «Локомотив»ы менән осрашыуҙы дүшәмбе БСТ каналында киске сәғәт 7 тула 15 минутта ҡарағыҙ.

Фото №1 - Юлаевсылар «Витязь» клубынан 3:4 иҫәбе менән еңелде
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ