Хәҙер был медицина тикшереүе бер нисә көн дауамында тән температураһы юғары булған кешеләр генә тәғәйенләнә. Был турала Республика Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова белдерҙе. Ҡағиҙәне ҡәтғиләштереү томографтарға сират артыуға бәйле.
Шулай уҡ коронавирус йоҡтороусылар менән бәйләнештә булыусыларға эшкә яраҡһыҙлыҡ документын дистанцион асыу ҡайтанан тергеҙелә. Сирлеләрҙе өйҙәрендә ҡарау маҡсатында медицина университетьының 6-сы курс студенттары ебәрелә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусылар һаны 10 меңдән артты.





