Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, күперҙәрҙең күбеһе 20-30 йыл элек төҙөлгән. Әле уларҙың ныҡлығы тикшерелә, ремонт эшләнә. "Быйыл ҡалалар һәм ауылдарҙа 12 күпер ремонтлайбыҙ, шулай уҡ 6 яңы күпер төҙөлә. Иҡтисади хәлгә ҡарап был йүнәлештә эште әүҙемләштерергә тырышабыҙ, тип яҙа Радий Хәбиров.





